Көн рәсеме
Винсент Ван Гог
Винсе́нт Ви́ллем Ван Гог (30 март 1853 йыл — 29 июль 1890 йыл ) — бөтә донъяға танылған Нидерланд рәссамы.
Винсент Ван Гог Нидерландта Бельгия сигенән йыраҡ булмаған Төньяҡ Брабант провинцияһының Грот-Зюндерт ауылында 1853 йылдың 30 мартында иртәнге сәғәт 11-ҙә тыуа. Винсенттың атаһы Теодор Ван Гог була, әсәһе Гаагала ихтирамлы китап төпләүсе һәм һатыусы ҡыҙы Анна Корнелия Карбентус була. Теодор һәм Анна ғаиләһендә Винсент икенсе бала иҫәпләнә. Исемен бөтә ғүмерен протестант сиркәүенә бағышлаған атаһы яғынан олатаһы хөрмәтенә бирәләр. Теодор һәм Анна был исемде Винсенттан бер йыл алда тыуған беренсе балаларына бирә, тик ул тыуғандың беренсе көнөндә үк үлә. Шулай итеп Винсент, икенсе бала булып тыуһа ла, ғаиләлә өлкәне була.
Винсентҡа дүрт йәш саҡта, 1857 йылдың 1 майында, ҡустыһы Теодорус Ван Гог (Тео) донъяға килә. Бынан тыш Винсенттың Кор (Корнелис Винсен)т исемле ҡустыһы (17 май 1867), һәм өс һеңлеһе — Анна Корнелия (17 февраль 1855), Лиз (Элизабет Губерта, 16 май 1859) һәм Вил (Виллемина Якоба, 16 март 1862) була.
Бер туғандары Винсентты үҙ һүҙле, ауыр һәм «сәйер ҡылыҡлы» ялҡытҡыс бала булды тип хәтерләй. Был балала башҡаларҙан айырылып торған ниндәйҙер сәйерлек бар һәм ,башҡа балалрҙан айырмалы,уға минең күңелем ятманы , унан лайыҡлы кеше сығыуына мин шикләнә инем , тип хәтерләй гувернаткалары. Ғаиләнән ситтә, киреһенсә, Винсент холҡоноң икенсе яғын күрһәтә, ул тыныс холоҡло, етди һәм уйланыусан була. Ул бөтөнләй тиерлек башҡа балалар менән уйнамай. Ауылдаштары алдында киң күңелле, алсаҡ, иғтибарлы, мәрхәмәтле, һөйөкөмлө һәм баҫалҡы бала була. 7 йәш тулғас, ауыл мәктәбенә уҡырға бара, тик бер йылдан уны мәктәптән алалар, һәм һеңлеһе Анна менән уны өйҙә гувернантка уҡыта.
1864 йылдың 1 октябрендә ул Завебергҡа интернат-мәктәпкә китә. Өйҙән китеү бик күп ғазап кисереүҙең сәбәбе була, өлкәнәйгәс тә ул быны онота алмай. 1866 йылдың 15 сентябренән Тилбургта Виллем II интернат-колледжында уҡый башлай. Винсентҡа француз, инглиз, немец телдәре еңел бирелә. Шунда ул рәсем төшөрөү дәрестәрен ала. 1869 йылдың мартында Винсент ҡапыл уҡыуҙы ташлап, ата йортона ҡайта. Ошоноң менән уның белем алыуы тамамлана. Ул бала сағын: «Минең бала сығым күңелһеҙ, һыуыҡ һәм буш булды…»,- тип хәтерләй.
↪ дауамы…
Шуларҙы беләһегеҙме?
1 август юбилярҙары
тулы исемлек
Кулиненко Леонид Петрович (1931—1988), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Ваһапов Юнир Ғәфур улы (1936—2014), тау инженеры . «Природа в кубаире "Урал батыр"» китабының авторы. СССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы.
Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы (1941), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2012—2015 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Халыҡтар дуҫлығы һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры.
Ғарифуллина Светлана Әсләм ҡыҙы (1941), техник-технолог. 1964—1987 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районы Үрге Ыласынтау ауылынан.
Мостафин Вәзир Хәшим улы (1941—2.07.1980), уҡытыусы , комсомол органдары хеҙмәткәре, журналист . СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. 1965 йылдан Мәсәғүт педагогия училищеһы (хәҙер колледж) уҡытыусыһы, 1966 йылдан комсомол эшендә: ВЛКСМ-дың Дыуан район комитеты секретары; ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, лекторҙар төркөмө етәксеһе, дөйөм һәм пропаганда бүлектәре мөдире; 1973—1980 йылдарҙа республиканың «Ленинец» – «Ленинсы» йәштәр гәзите мөхәррире. ВЛКСМ-дың 17-се (1974) һәм 18-се (1978) съездары делегаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡорама ауылынан.
Айыпов Рөстәм Сәғит улы (1946), радиоинженер-ғалим , спортсы . 1973 йылдан Өфө авиация институты , 1998 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы: ауыл хужалығында электр ҡорамалдарын автоматлаштырыу һәм файҙаланыу кафедраһы, 2000—2002 йылдарҙа һәм 2011 йылдан — электр машиналары һәм электр ҡорамалдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2000—2011 йылдарҙа энергетика факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2007), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1969). Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Николаевка ауылынан.
Гәрәев Рим Борис улы (1946), матбуғат, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1977—1988 йылдарҙа Туймазы районының «Ленинский путь» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррире; 1988—1991 йылдарҙа КПСС-тың Туймазы ҡала комитеты секретары; 1991—2006 йылдарҙа хәҙерге «Республика Башкортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. 1994—2009 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы, шул иҫәптән 2006 йылдан — бүлек етәксеһе. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Туймазы районының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Троицк ауылынан.
Зуева Валентина Витальевна (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1973 йылдан Салауат ҡала дауаханаһы, шул иҫәптән 1992—2006 йылдарҙа балалар поликлиникаһының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Аделькин ауылынан.
Хәмиҙуллин Әхмәт Хәмит улы (1946), эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Хәйбулла районының эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы, милиция подполковнигы. Почёт ордены кавалеры.
Ғөбәйҙуллин Исмәғил Миңлехәйҙәр улы (1951), табип-ғалим, 1975—1985 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Октябрь район советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлеге һәм Балалар поликлиникаһы мөдире; 21-се дауахананың баш табиб урынбаҫары, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы һәм 1-се республика психиатрия дауаханаһының баш табибы урынбаҫары. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
Ибраһимов Ринат Исмәғил улы (1956—21.08.2018), биохимик -ғалим. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2017 йылдарҙа биохимия һәм биотехнологиялар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001—2013 йылдарҙа биология факультеты деканы. Биология фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Зәйпекүл ауылынан.
Хәлиуллин Рәмил Шәриф улы (1956—2019), ветеринария табибы . 1990—2013 йылдарҙа Бөрйән ветеринария станцияһы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Сәлимов Ғәлим Булат улы (1961), Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы, РФ агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре.
Саламатова Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы (1976), филолог -ғалим. 2002 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (2002), доцент (2005). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2020). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
Караптар эшләү — караптар төҙөүсе ауыр сәнәғәт өлкәһе. Караптарҙы махсус предприятиеларҙа төҙөйҙәр, уларҙың русса атамаһы — верфь.
Караптар төҙөүҙә эшләгән бер кеше уға бәйле иҡтисад өлкәләрендә тағы 4-5 кешегә эш урыны булдыра.
Кешеләрҙең коллектив эшмәкәрлеге өлкәһе булараҡ, карап төҙөү бик боронғо заманда барлыҡҡа килгән. Уның барлыҡҡа килеүе ҙур күләмле караптар төҙөү ихтыяжы тыуыуына бәйле. Караптар төҙөү Боронғо Мысыр , Боронғо Греция , Финикия , Боронғо Ҡытай кеүек илдәрҙә бик ныҡ үҫешә. Урта быуаттарҙа караптар Византияла , Урта диңгеҙ буйындағы һәм Төньяҡ Европа , Боронғо Русь кеүек илдәрҙә күпләп етештерелә.
VII быуаттан башлап көнсығыш славяндарҙа төҙөү схемаһы әкренләп үҙгәрә : ҡабыҡ, йәки тире менән көпләнгән каркаслы (үрелгән) карап эшләүҙән (боронғо караптан) бер ағастан эшләнгән һәм ситтәре бейегәйтелгән имән, йәки йүкәнән соҡоп эшләнгәнгә (набойная ладья), шунан таҡтанан ҡоршап эшләнгән карап эшләүгә күсәләр. VIII быуатта уҡ стапелдәрҙән килле, клинкерл ы (обшивка внахлест), алғы һәм артҡы яғы бер тигеҙ осло клинкер — ситтәре бер-береһенең өҫтөнә сығарып беркетелгән таҡта менән көпләнгән караптар һыуға төшөрөлгөн, шулай уҡ тура ситле һәм бер— береһенә ситтәре тейеп торған таҡта көплө йәйпәк, алды осло һәм арты тупаҡ итеп киҫелгәндәре булған, бәлки тигеҙ итеп киҫелгән өлөшлөләре лә булғандыр.
Рәсәйҙең ҡайһы бер райондарында («Гнёздово», «Ильинский погост», «Плакун» һәм башҡа археологик ҡаҙыныу урындарында) славяндарҙың X быуатта мәйеттәрҙе мәжүси йола буйынса кәмәләрҙә яндырған урындарында караптарҙың ҡорос сигәләр е (заклепка) табыла.
Одер йылғаһы тамағында IX быуаттың беренсе яртыһына ҡараған елкәнле таҡта караптың, X быуатта сигәләр ҡулланып төҙөлгән «Святовит» карабының ҡалдыҡтары табыла.
↪ дауамы…